Ни өсөн әрем???
- Апай, һеҙҙең яҙмаларығыҙҙы ҡатын уҡып бара икән. Себергә сумкама әрем һалып ебәргән ине. Киреләнеп тә маташҡан инем. Ай – вайыма ҡуймайынса һалды. Килеп бар атна ла эшләмәнем, ауырып киттем. Етмәһә баҫыуҙа йәшәйбеҙ, тирә - яҡта населенный пункт юҡ. Дарыуға ла сыға алманым. Әрем булды ярай. Шуны эсеп шәбәйҙем.
- Ғәиләбеҙ менән ковид менән сирләнек. Әрем ныҡ ярҙам итте.
- Ҡарбуз ашап ағыуландыҡ.Үҙебеҙ ҙә, балалар ҙа. Әрем эсеп шәбәйҙек. Ирем хайран ҡалды уның көсөнә.
- Бер ҙә ауырлығымды арттыра алмай инем. Әрем эсә башлағас, ҡәҙимге һимерҙем.
- Шешенеп аптырай инем. Хәҙер улай түгел. Әллә әрем артыҡ һыуҙы ҡыуалаймы? Беренсе көндәрҙе төндәрен дә туалетҡа торорға тура килде.
- Ярай шул әрем бар тим.Эштә ҡыҙыу. Кондиционерҙар эшләй көнө буйы. Кәрәкте бирә генә. То тамаҡ шешә, то томау төшә. Һаман дарыу эсеп тороп булмай. Әремде сәй урынына эсәм тип әйтергә була. Шул ғына ҡотҡарып тора.
- Әбейемә 95 йәш. Ғүмер буйы әрем эсә, ауыҙында ла сәйнәп йөрөй..
- Беҙҙең күршелә 101 йәшлек әбей йәшәй. Ул гел әрем эсә. Үҙ аҡылында, үҙ аяғында. (Самара өлкәһенә барған инек өс көн элек. Шунда өй хужалары һөйләне.)
- Апай, ҡайһы ерҙә әрем бар икән. Йыйырға ине.( Йәш ғәилә шылтыратты.Өйрәттем. Барып йыйып ҡайттылар.)
Былар минем телефонға, контактҡа килгән хаттарҙың ҡайһы берҙәре генә. Йәки осраҡлы ишетелгән хәбәрҙәр. Нисек кенә булмаһын, әремгә ҡарата кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуы ныҡ артты.Бының сәбәбе – интернеттағы яңылыҡтар. Төрлө репортерҙар, журналистар, белгестәр бөгөнгө көндә әле һаман да ғәләмде паникаға, ҡурҡыуға еткереп тороусо тажлы зәхмәтте әрем менән еңеп булыуын фәнни дәрәжәлә иҫбатланыуын һөйләйҙәр. Ҡазахстанда үҫкән әрем менән Ҡытайҙа дарыу сығара башлайҙар икән тигән мәғлүмәт бар. Мадагаскарда әрем менән төнәтелгән эсемлекте урамда һалдаттар кешеләргә таратып йөрөйҙәр. Йотуб ҡырындағы күп төрлө видеолар әремдең ковид -19 вирусынан дауаланыу өсөн беренсе сара икәнен иҫбатлауҙарын ниндәйҙер дәрәжәлә ҡыуаныслы ноталар менән үҙҙәренең подписчиктарына еткерергә тырышалар. Был видеолар хөкүмәт телевидениеһы каналдарынан алынған яңылыҡтарға таянып бирелеүҙәре әремдең юғары дәрәжәлә дауалау көсөнең раҫланыуын иҫбатлайҙар.
Ысынтылап та – ни өсөн әрем һуң? Мин әрем темаһына күп яҙмалар яҙҙым. Кешеләрҙең тарихтарын да, фәнни фекерҙәрҙе лә. Тағын бер тапҡыр был темаға әйләнеп ҡайттым. Сәбәбе - халыҡтың әремдең дауалау көсөн аңларға һәм уны дөрөҫ итеп ҡулланырға теләүе. Был бик ҡыуаныслы күренеш. Һорауҙар бик күп. Мин үләндәрҙең батшаһы Әремде аңларға, уны үҙ сәләмәтлектәре һағына ҡуйырға теләүселәргә уның тураһында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙермен. Ә бына мин ябай кеше үҙ күҙлегемдән сығып ни өсөн тажлы әфәт килгән ваҡытта, унан алда ла әрем тураһында яҙырға хәл иттем һуң? Уның өсөн ышаныслы уй – фекер башта булырға һәм ул фәнни дәрәжәлә иҫбатланған булырға һәм шәхсән мин үҙем ҡулланып уның файҙаһын күргән булырға тейеш бит.
Баласаҡтан әнейем (урыны йәннәт түрҙәрендә булһын) беҙҙең эсебеҙҙә ҡорттар үҫтермәүгә ныҡлы ихтибар бирҙе. Был йәһәттән әсе ҡымыҙ эсеү( әсе ҡымыҙ эскән кешенең эсендә ҡорттар үрсемәй ти ине), муйылды һөйәге менән ашау( уның һөйәге эсәктәрҙән бабасырҙарҙы һөрөп сығара ти ине), әсе ҡорот яһағанда һарҡып аҡҡан эркет һыуын эсеү( ул ашҡаҙан, эсәктәр эшсәнлеген әйбәтләтә, эс ҡатыу булмай һәм эс ҡатмағас унда ҡорттар ҙа үрсемәй тип әйтә ине), һәм башҡа ябай ғына процедуралар менән беҙҙең эсебеҙҙе сәләмәт тотоуға ныҡлы ихтибар биргән. Эсебеҙе тигән һүҙ аҫтында эсәктәр һәм эске ағзалар тип аңларға кәрәк.Әлбиттә, был дөрөҫ ынтылыш булған. Баланың эсендә ҡорттар, грибоктар, зыянлы бактериялар үрсеп ятһа, улар уның һаулығын ныҡ ҡаҡшатасағын, төрлө ауыр сирҙәргә еткерәсәген элек – электән үк әбей – бабайҙар, әтей - әнейҙәр аңлаған.
Ысынтылап та эстә ҡорттар, грибоктар, зыянлы бактериялар үрсеү күренешенең бәләләре бик күп. Ғалимдәр кешенең эсендә үрсегән ҡорттар, бактериялар, грибоктар арҡаһында рак, диатез,аллергия, псориаз, диабет, миома, киста, полип, папиллома, төрлө шештәр, астма, пневмония, таштар үҫеү, шешенеү, ябығыу, диарея, дисбактериоз, артрит, артроздың һәм башҡа бик күп сирҙәрҙең килеп сығыуын иҫбатлағандар. Ииии, ул сирҙәрҙең осо – ҡырыйы юҡ.
Ошо осо – ҡырыйы күренмәгән сирҙәргә батҡан заманда бар халыҡҡа ла етерлек, ҙур сығымдарһыҙ һәм аҡса түкмәйенсә табырлыҡ, эскәс файҙаһын күрерлек, сығып йыйырға яҡында ғына булған үләнде табыу теләге 20 йыллап элек минем уйҙа барлыҡҡа килде. Йәшәгән еремдә ҡымыҙҙың, эркет һыуының, муйылдың бик булмауы үҙем һәм ғәиләм өсөн альтернатива эҙләргә мәжбүр итте. Бәләкәйҙән үк антипаразитарный уй башыма һалынған булғас, мин әлбиттә көн һайын уларҙы ҡыйратып тороу әмәлен эҙләй башланым. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына ҡайҙа ғына йәшәһә лә шул ерҙә сихәтле тәндә йәшәргә әмәлен бирә. Мин үләндәр араһынан нәҡ шундай көсө булған үлән эҙләй башланым. Төрлө үләндәр араһынан Гиппократ, Әбугалисина замандарында уҡ киң ҡулланылған әремдең шундай көскә эйә булыуын уҡып белдем. Күренекле Урта Азия философы һәм табиб Абугалисина –Авиценна 1000 йыл элек үк “Әрем эсәктәрҙеге ҡорттарҙы үтерә”тип яҙып ҡалдырған. Ул замандан беҙгә хәтлем килеп еткән күп кенә дауаланыу рецептарының составында әрем бар. Бер яҡтан күеренекле ғалимдәрҙең сығанаҡтарына таянһам, икенсе яҡтан әремдең файҙалы үлән икәнен бәләкәйҙән үк белеп үҫтем. Шулай итеп 20 йылдар элек үк Әрем минем ғәиләмә ныҡлы төпләнде. Беҙ уны һәрдаим ҡулланып торабыҙ. Йыл да йыябыҙ, туғандарға,таныш – белештәргә, дуҫтарға, мохтажтарға бирәбеҙ.
Ә ни өсөн әрем һуң? Бүтән үләндәр юҡмы ни? Үләндәр мең төрлө!!! Ни өсөн мин әремде һайланым икән, сәбәптәрен нумерлап яҙам.
1.Әгәр беҙҙең ғүмеребеҙгә ниндәйҙер ҡурҡыныс янай икән, беҙ ул осраҡта үҙебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу өсөн иң оптимальный ысул ҡулланабыҙ. Йәки иң эффективный ҡорал менән һөжүм итәбеҙ. Нәҡ әремдең шундай ҡорал икәнен мин күп сығанаҡтар аша уҡып белдем. Ул дөрөҫ итеп ҡулланған осраҡта, паразиттарҙың бар төрҙәрен дә тәндән һөрөп сығара, уларға үрсергә бирмәй, вирустарға ҡаршы торорлоҡ тәбиғи антибиотик, грибоктарға таралырға бирмәй, зыянлы бактериялар өсөн ул үлем сығанағы. Ә үҙебеҙҙең һәм сит ил ғалимдәренең фекерҙәренә таянһаҡ, ( бигерәк тә Совет иленең ғалимдәре бар өлкәләрҙә лә алдынғы булғандар. Улар бар нимәне ентекләп өйрәнеп, иҫбатлап халыҡҡа еткергәндәр.) беҙҙең тәндә өҫтә һанап киткән “йәнлектәр” булмаған осраҡта шулай уҡ өҫтә һанап киткән сирҙәр булмай тип иҫәпләгәндәр. Ғалим хәтлем ғалимдәр лабораторияларҙа иҫбатлап китаптар яҙғас, был бик етди проблема. Бөтөн ғәләмде биләп алған сирҙәрҙең төп өлөшө әҙәм балаһының үҙе эсендә үҫтереп ятҡан паразиттарға, грибоктарға, вирустарға, зыянлы бактерияларға бәйле булыуын иҫбатлап, уларға ҡаршы әллә ниндәй ҡиммәтле дарыуҙар түгел, ә аяҡ аҫтында тапталып ятҡан Әремде улар фәнни дәрәжәлә өйрәнмәйенсә, тикшермәйенсә тәҡтим итмәйҙәр бит инде. Бөгөнгө көндә сирҙәргә батыуҙың сәбәбе тимәк беҙҙең үҙебеҙгә бәйле. Тимәк әрем – беҙҙең сәләмәтлек сығанағы!!!
2. Был сәбәбе бик мөһим. Әрем бар ерҙә лә үҫә. Уның булмаған ере юҡ. Тимәк теләгән һәр бер кеше уны бушҡа, сығымдарһыҙ таба ала. Был бит мөғжизә!!! Бушлай һауа ғына тороп ҡалған заманда, был үлән беҙгә сығымдарһыҙ дауаланырға мөмкинселек бирә. Ғалимдәр уның бар төрҙәренең дә өҫтә һанап киткән көстәре бар икәнен шулай уҡ иҫбатлағандар. Тимәк уйһыулыҡтарҙа, йылға буйҙарында, кәртә арттарында, тыҡрыҡтарҙа сүп, күҙ көйөгө булып ултырған әрем бар сирҙәргә тип әйтерлек кәртә, ул сирҙәр килгән ваҡытта дөрөҫ итеп ҡулланһаң дауаһын да бирә.Ошо урында ҡыҫҡа ғына бер цитата ҡуям. Хатта ошо ҡыҫҡа цитата ниндәй мөһим мәғлүмәт бирә. “Влияние полыни на ЦНС
° Полынь применяется при заболеваниях
головного мозга, эпилепсии, последствиях инсультов, параличах, менингитах. По Амасиаци, полынь «устраняет тяжесть в голове». Одним из компонентов полыни являются аналоги бензодиазепинов (В.П. Нужный, В.В. Рожанец, А.П. Ефремов, 2010), что, по-видимому, и позволяет реализовывать транквилизирующий, противосудорожный и церебропротективный эффекты.”
3. Әрем ни өсөн бөгөнгө көндә иң актуаль үлән һуң? Бөтөн ғәләм өҫтә һанап киткән сирҙәргә батҡан ваҡытта, сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, тажлы вирус килеп сыҡты.Медицина өлкәләре әҙер булмайынса, нимә менән нисек дауаларға тип юғалып ҡалдылар, бөтөн ил карантинға ябылды. Һәр кем үҙенә - үҙе бикләнде. Вирус ишек ҡағып ҡына ҡалманы, өйҙәргә инә башланы. Бөгөнгө көндә лә әле баш күтәрә, әле тынып тора. Ошо ваҡытта был вирусты наверняка юҡҡа сығара торған үләндең икһеҙ – сикһеҙ кимәлдә бар ерҙә лә үҫеүе - ҙур табыш беҙҙең өсөн.Уның нәҡ үпкә сирҙәрен, тын юлдары сирҙәрен дауалай алыуын яҙалар сығанаҡтар. Пневмония, туберкулез, ялҡынһыныу... Әгәр ҙә тажлы вирус иң беренсе тынды быуа һәм үпкәне эштән сығара икән, тимәк әремде мотлаҡ эсергә кәрәк. Ә вирусты ник ҡыйратмаҫҡа һуң !!! әрем менән, раз уның шундай көсө бар. Әрем бит айырмай, уға барыбер ниндәй вирус, тажлымы, тажһыҙмы. Иң мөһиме бай ҙа – ярлы ла, президент та, ябай кеше лә табып эсә ала. “Полынь – сильное антивирусное средство” тип яҙылған видеолар, баҫмалар бар. Так что – дауа аяҡ аҫтында. Йый, алып ҡайт, киптер, төнәт тә эс!!!
4. Еҙ төймә - пижма, гвоздика, уҫаҡ ҡайрыһы ла антапаразитарный бит тейерҙәр. Әремдән көсһөҙөрәк, әммә “Тройчатка” составында бар улар .(Аптекаларҙа һатыла торған противопаразитарный дарыу.). Тик пижма баҫыу – баҫыу үҫмәй, уны табыуы ауырыраҡ, ҡайһы бер региондар ҙа бик күренмәй ҙә. Тимәк ул һәркемгә доступный түгел. Ә уҫаҡты шулай уҡ һәркем урманға барып, ҡайыҙлап алып ҡайта алмай. Әрем кеүек кәртә артында, ҡапҡа төптәрендә үҫеп ултырмай.
5. “Иң әсе үлән - әрем һәм ул эсебеҙҙә сереү процессы барлыҡҡа килергә бирмәй,”- тип яҙыла фәнни сығанаҡтарҙа. Нәҡ шул сереү процессы барлыҡҡа килеп, ул шарттарҙа өҫтә яҙып киткән параз., зыянлы бакт., грибоктар, вирустар үрсергә уңайлы шарт тыуа. Ә әрем ул шарт барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймай. Тимәк ул самалап һәм дөрөҫ итеп ҡулланған осраҡта, сәләмәт тәндә, йәндә йәшәргә һәм бик күп ауырыуҙарҙы урап үтергә ярҙам итә. Түбәндәге ҡыҡа ғына цитата ла бик фәһемле.
“Полынь горькая.
Это очень ценное лекарственное растение. История о нем уходит далеко в прошлое. У древних славян полынь считалась культовым растением, обладающим способностью очистить духовный и физический мир. Полынь - испытанное домашнее лечебное средство. Для применения и лечения используется наземная часть растения без нижних одревесневших частей стеблей, а также цветы и корни.”
6. Бөгөнгө көндә ни өсөн әремдең әһәмиәте ҙур һуң?
- Беренсе сәбәп- кешеләрҙең бик күп татлы ризыҡ ашауы.Яһалма тәмләкестәрҙең аҙыҡ – төлөк промышленностенә ныҡлы инеүе. Печеньеләр һәм конфеттар, пирожнйҙар һатыусы танышымдың һүҙҙәрен яҙам.” Ужас халыҡ ашай был нимәләрҙе. Һатам, тик үҙем алып ашамайым. Алһам да иң простой печенье генә алам. Ул эстәренә әллә ниндәй тәмле төрлө төҫтәге наполнительдәр менән бешерелгән пирожныйҙарҙы ҡурыҡмайынса балаларға нисек ашаталар.Бөтөнөһө искусственный бит инде. Ҡорттарға ризыҡ инде.Шуға сирҙәргә баттыҡ.”
- Икенсе сәбәп – яһалма синтетик сөпрәнең киң ҡулланылыуы. Йәки – пакмай халыҡ телендә әйтһәк. Ул сөпрә менән бешерелгән ҡамыр ризыҡтарын атомная бомба замедленного дейстия тип атайҙар. Беҙҙе эстән сереүгә еткерә, өҫтә һанап киткән параз, бакт, гриб, вирустарға ФАЙҘАЛЫ РИЗЫҠ, шулай уҡ тағын бик күп зыяны.
Что же еще происходит при попадании дрожжевых микроорганизмов к нам в организм:
• брожение, сопровождающееся гниением, организмов, которые через поврежденные стенки кишечника проникают в кровь;
• нарушается процесс выведения токсинов из организма;
• продолжается интоксикация организма продуктами жизнедеятельности бактерий;
• снижаются защитная и пищеварительная функции кишечника;
• возникают запоры, образуются сгустки песка в почках, камни в желчном пузыре и печени.
• в результате производства искусственных дрожжей в них попадают тяжелые металлы и вредные химические соединения;
• нарушается нормальное кровообращение, образуются тромбы;
• приводят к образованию злокачественных опухолей в разных органах и системах человека. Коммениарии ихлишни!!!
- Өсөнсө сәбәп – гиподинамия. Нимә һуң ул? Бөгөнгө көндә төрлө сәбәптәр арҡаһында беҙҙең әҙ хәрәкәтләнеүебеҙ, бигерәк тә балаларҙың. Быға телефон, планшет, компьютер кеүек замана аппаратуралары сәбәпле. Әҙ хәрәкәтләнеү мускулатура массаһы насарайыуға еткерә, мускулдарҙың тартылыу сыйфаты насарая. Тимәк эсебеҙҙә торғонлоҡҡа сәбәптәр барлыҡҡа килә.
Ошо өс сәбәп янына тағын әллә күпме сәбәптәр өҫтәргә була. Тик һәрберебеҙ үҙебеҙ уйланырға тейеш. Хатта ошо өс сәбәп кенә лә көн үҙәгендә әремдең профилактика дозаһын эсеп торорға кәрәклеген, сир килгән дә уны инде сир сигендерерлек дозала эсергә кәрәклеген аңлата.
Әремдең ниндәй дауаланыу көсө барлығын күп тапҡырҙар яҙҙым. Ҡабатлап тормайым. Хәҙер 90 йәшлек әбей – бабайҙар ҙа телефондан интернетҡа инеп мәғлүмәт табып тыңлай алалар. Уны нисек ҡулланыу тураһында күп яҙҙым. Тик һаман да һорауҙар килә. Күптәрҙе тажлы вирус сире менән сирләгәндә нисек эсергә тигән һорау ҡыҙыҡһындыра. Был һорауға яуапты “Мине әрем генә ҡотҡарҙы тип уйлайым” яҙмаһын табып уҡығыҙ. Ул минем ВКла.. Ниндәй генә осраҡта эсергә йыйынһағыҙ ҙа ҡәғиҙәләргә таянырға кәрәк.
Әрем – ағыулы һәм әсе үлән.Уны әҙҙән генә башлап, хатта бер бөртөк сәсәгенән башлап эсә башларға кәрәк. Организмды күнектереү һәм уның әремгә реакцияһын ҡарарға кәрәк. Файҙалы үләнде файҙаһыҙға әйләндереү – уны самаһыҙ һәм артығын эсеү. Тимәк теләһә ҡайһы үлән файҙа бирһен тиһәк, баштан нимә өсөн эсергә йыйыныуыңды асыҡларға һәм самаһын белеп эсергә кәрәк. Етди сирҙәр булған осраҡта дауалаусы табиб менән кәңәшләшеү мөһим. Ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға эсеүҙән тыйылып торорға тәктим ителә. Әрем тураһында интернет ҡырында мәғлүмәт бик күп. Инегеҙ, уҡығыҙ, үҙегеҙгә тейешле самаһын табығыҙ. Һәр бер кеше индивидуаль. Һәр бер осраҡ индивидуаль.
Ҡыҫҡа ғына бер тарих та яҙып китәм. “Зәүхиә апай, беҙ впереди всей планеты икәнбеҙ. Әремде бит инде күптән ҡулланабыҙ. Ирле – ҡатынлы күршеләр ике яҡлы пневмония менән сирләп киттеләр.Телефондан көскә һөйләшеп шылтыратты күрше ҡатын. Мин паникаға бирелгән күршеләремә забор аша пакетка төрөп кенә кипкән әрем ырғыттым. Беҙгә инә күрмә, берүк тигәстәре. Өс көндән күрше миңә шылтырата. Иренең дә, үҙенең дә хәлдәре әйбәтләнгән. Ире әрем йыйырға сығып киткән. Ҡышҡылыҡҡа йыйып ҡуям ти икән. Ярты стакан ҡайнар һыуға 15 -20 бөртөк сәскәһен төнәтеп, сәй ҡайнарлығында эстеләр өс – дүрт сәғәт һайын. Араһына ҡыҫтырып йәшелсә - еләк кенә ашарға, йылы һыу эсергә тырыштылар. Хәҙер инде ашай ҙа башлағандар. Дауа аяҡ аҫтында тапталып ятҡан икән тип аптыраны күршем. Поиклиникаға барып КТ үттеләр бер атна үткәс.Барыһы ла нормально тигәндәр.” Шат күңелле, һәр нимәгә позитив ҡарай торған был танышымдың кешеләр шатлығына шатланыуына әрем сәбәпле булыуына мин дә бик ҡыуандым. Аллаһы Тәғәләгә икһеҙ – сикһеҙ рәхмәттәремде әйтеп ултырҙым.